«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ереклеләрҙең мәҙәни усағы яңырҙы



16.05.2013 Ереклеләрҙең мәҙәни усағы яңырҙы

Ереклеләрҙең мәҙәни усағы яңырҙы Күгәрсен районының Ерекле ауылы халҡы ошо көндәрҙә оло шатлыҡ кисерҙе – бында реконструкциянан һуң клуб үҙ ишектәрен асты. Ауыл халҡының ҡыуанысын уртаҡлашырға Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин да килде. Ул клубтың ауыл өсөн мөһим урын биләүен билдәләне һәм мәҙәниәт булғас, ауылдың киләсәге бар, тип үҙенең сығышын тамамланы.
Заманса йыһазландырылған, уңайлы, яҡты клубтан халыҡ бик ҡәнәғәт ҡалды. Тантана райондың мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдың һәүәҫкәр артистары, балалар ҡатнашлығындағы концерт менән тамамланды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға