«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Китап»тан балаларға бүләк



16.05.2013 «Китап»тан балаларға бүләк

«Китап»тан балаларға бүләк Донъяла ете мөғжизә бар, тиҙәр. Әммә беҙ уның һигеҙенсеһен дә беләбеҙ: ул - телебеҙҙе байытыусы, күңелдәребеҙҙе рухландырыусы, белем һәм ғилем тауына әйҙәүсе китап. Уның биттәрен асҡанда беҙ мөғжизә донъяһына сумабыҙ. Йә көлдөрә, йә илата, үҙенең геройҙары менән берсә ете диңгеҙ аръяғындағы батшалыҡҡа илтә, берсә күктең етенсе ҡатына күтәрә... Шундай сихри көскә эйә ул донъяның һигеҙенсе мөғжизәһе – китап.
«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының сираттағы яңы проекты «Балаларға – китап» исеме аҫтында үтеүе лә юҡҡа түгелдер. Уға Өфө ҡалаһындағы Зәйнәп Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте лә ихлас ҡушылды. Ошо көндәрҙә нәшриәт хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районының Түбә балалар йортонда булып, үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы. «Китап» магазины һатыусыһы Регина Әлибаева менән товаровед Әлиә Вәлиева алып килгән китаптарын балаларға тапшырып изге теләктәрен еткерҙе
- Бындай мәртәбәле акцияла тәүләп ҡатнашыуыбыҙ һәм ул аҙаҡҡыһы булмаҫ, тип ышанабыҙ. Шуға күрә лә беҙ уға ҙур теләк менән ҡушылдыҡ, - тине Регина Әлибаева. - «Китап» төрлө йәштәге балалар өсөн китаптар тәҡдим итә. Бөгөн дә әсбаптар, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт, фотоальбомдар, тарихи документтар йыйынтыҡтары алып килдек. Улар Түбә балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең белем камиллаштырыуға тос өлөш индерер, тип уйлайбыҙ.
Бүләккә кем генә ҡыуанмаһын инде! Китаптарҙы ҡулдарына алған балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә шатлыҡтарын йәшермәне. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән улар әле береһен, әле икенсеһен асып ҡарап йөкмәткеләре менән танышты. «Һинеке нисек? Бына минеке», - тип бер-береһенә күрһәтеп, яңы китаптары менән маҡтанып та алдылар. Балалар рәхмәттәрен йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар аша әйтеп бирҙе.
- Яҙмыш һынауҙары алдында ҡалған балаларға иғтибар күберәк талап ителә. Шуға күрә беҙ бындай аралашыуҙарға ихлас шатбыҙ. Ошондай саралар йышыраҡ булһын ине. Ҙур бүләктәре өсөн «Китап» нәшриәт етәксеһенә, коллективҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине Түбә балалар йорто директоры урынбаҫары Гөлнур Дилмөхәмәтова.

Лилиә ТАКАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға