«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 74-се концерт миҙгеле ябыласаҡ



16.05.2013 74-се концерт миҙгеле ябыласаҡ

74-се концерт миҙгеле ябыласаҡ Бөгөн сәғәт киске 7-лә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында 74-се концерт миҙгелен ябыуға арналған гала-концерт үтәсәк. Тамашаның режиссеры – Илшат Фәхретдинов, ҡуйыусы рәссамы – Светлана Мөхәмәтгәрәева.
Сәхнәлә Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендә Халыҡ ҡорамалдарының милли оркестры, шулай уҡ танылған сәнғәт оҫталары – Нәзифә Ҡадирова, Вәхит Хызыров, Әлфиә Юлсурина, Римма Амангилдина, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Азамат Тимеров, Сәйҙә Ильясова, Миңзифа Исҡужина, Радик Вәлмөхәмәтов, Марсель Ҡотоев, Урал Мортазин, Рөстәм Шаһыбалов сығыш яһай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға