«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әүҙемерәк тауыш бирәйек



16.05.2013 Әүҙемерәк тауыш бирәйек

Әүҙемерәк тауыш бирәйек «Рәсәй 10» интернет-конкурсында дауам итә. Әлеге ваҡытта Волга буйы федераль округындағы ярышта 183 меңдән ашыу тауыш йыйып, Түбәнге Новгород Кремле беренсе урында килә. Ә бына Стәрлетамаҡ шихандары үҙенең 180 меңдән ашыу һөҙөмтәһе менән икенсе урынға төштө. Салауат Юлаевтың һәйкәле өсөнсөлә. Уға 168 мең кеше тауыш биргән.
Дуҫтар! Күреүегеҙсә, беренсе һәм икенсе урындағы айырма ни бары 3 мең генә тәшкил итә. Беренсе урындарға сығыу өсөн компьютерҙарыбыҙҙы, планшеттарыбыҙҙы, телефондарҙы көн дә эшкә «егәйек». Һәр электрон «дуҫ» аша тәүлегенә өс тапҡыр тауыш биреп була. Башҡортостан символдарын Рәсәй кимәленә танытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға