«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡара диңгеҙгә - автобуста



16.05.2013 Ҡара диңгеҙгә - автобуста

Ҡара диңгеҙгә - автобуста Ҡара диңгеҙ буйында ял итергә теләүселәр хәҙер унда автобус менән бара аласаҡ. 5 июндән «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы Стәрлетамаҡ - Өфө - Ялта курорт-ҡалаһы маршруты буйынса рейс асасаҡ. Пассажирҙар юл ыңғайында Пенза, Тамбов, Воронеж, Белгород, Симферополь, Алушта, Гурзуф ҡалаларын да күрә аласаҡ.
Һәр йома һайын Стәрлетамаҡтан һәм Өфөнөң Көньяҡ автовокзалынан ҡуҙғаласаҡ автобустарҙа пассажирҙар өсөн бар уңайлыҡ тыуҙырылған. Бының өсөн салондарҙа көйләнмәле креслолар, аудио һәм видеотехника, һыуытҡыс урынлаштырылған.
Ҡара диңгеҙ буйына ял итергә теләүселәргә билеттар «Баштрансагентлыҡ» кассаларында һатыласаҡ. Унда шулай уҡ бронь алып буласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 8-937-326-81-38 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға