«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Велосипед һөйөүселәр өсөн саралар үтәсәк



16.05.2013 Велосипед һөйөүселәр өсөн саралар үтәсәк

Велосипед һөйөүселәр өсөн саралар үтәсәк Был йәкшәмбелә «ВелоӨфө» порталы Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә «1000 велосипедсы көнө» исемле ҙур сара үткәрәсәк.
Байрам Ленин исемендәге майҙандан (Ҡала советы) Конгресс-холл янындағы спорт майҙансығына тиклем күмәк кеше ҡатнашлығында күрһәтмә велоуҙыш менән асыласаҡ. Унда стрит BMX, триал, даунхилл, фигуралы йөрөтөү, тиҙлеккә уҙыш һымаҡ дисциплиналарҙа күрһәтмә сығыштар һәм ярыштар буласаҡ. Был көндө шулай уҡ төрлө конкурстар, уйындар ҙа ойоштороласаҡ.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн айырым физик әҙерлек талап ителмәй, унда бөтәһе лә килә ала.
1 июндә Баш ҡаланың «Ҡашҡаҙан» паркында «Велосипедлы бала саҡ» исемле ғаилә байрамы уҙасаҡ. Унда өс йәштән ун алты йәшкә тиклемге йәш велосипедсылар һәм уларҙың ата-әсәһе ҡатнашасаҡ.
Байрамдың программаһына мауыҡтырғыс ярыштар, төрлө конкурстар, велосипедтарҙы ремонтлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре индерелгән. «ВелоӨфө» велосипедсылар союзынан белдереүҙәренсә, сара сиктәрендә ғаилә уйындары, иң бәләкәй балалар өсөн һүрәт конкурсы, уҙышыуға ярыштар ойоштороласаҡ. Бынан тыш, велосипед деталдәре буйынса викторина, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса ҡыҙыҡлы дәрестәр, тиҙлек һәм фигуралы йөрөтөүҙә ярыштар, мажаралы велоэнкаутер ҙа үткәреләсәк.
Спорт байрамы сәғәт 12-лә башланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға