«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡырын эш ҡырҡ йылдан да беленер



16.05.2013 Ҡырын эш ҡырҡ йылдан да беленер

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан да беленер Был мәҡәл насар эш ҡылыусыға бының өсөн ҡасан да булһа ла яуап бирергә тура киләсәге тураһында бик дөрөҫ ишаралай. Халҡыбыҙ тап ошондай әйтемдәр менән балаларҙы урлашыу, алдашыу, кешенең мөлкәтенә ҡул һуҙыу һымаҡ бәләләрҙән аралаған.
Хәҙерге заманда урлашыусыларҙы төрлө ҡорамалдар ярҙамында ҡырҡ йылдан түгел, ә шунда уҡ табалар. Видеокүҙәтеү бурҙарҙың ҡара эшен асыҡлауҙа бик һөҙөмтәле сара булып тора.
Ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһының сауҙа үҙәгенә әсәһе менән 10 йәшлек малай килә. Йәш велосипедсы үҙенең «тимер ат»ын комплексҡа ингән урында ҡалдыра.
Бер аҙҙан малай һәм уның әсәһе кире сыға, ләкин велосипед урынында булмай. Зыян күреүселәр шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә.
Оператив хеҙмәткәрҙәр сауҙа үҙәгенең видеокүҙәтеү яҙмаларын тикшерә һәм велосипедты өс үҫмер урлауын асыҡлай. Бәлиғ булмаусылар эше буйынса инспекторҙар яҙма кадрҙарында булған үҫмерҙәрҙең фотолары менән ҡала мәктәптәрен тикшерә. Бер аҙҙан ғәйепләнеүселәр табыла.
Малайҙар сауҙа комплексы янында ҡарауһыҙ ҡалған тау велосипедын күреп ҡала. Бындай «тимер ат»тың хаҡы ҡыйбат, шуға күрә лә улар уға ҡыҙыға һәм алып китә. Артабан бурҙарҙың береһе, 15 йәшлек үҫмер, велосипедты өйөнә алып ҡайтып һүткән. Ул уны бер аҙ ваҡыт үткәс, икенсе төҫкә буяп, үҙе йөрөтөргә уйлаған.
Был үҫмер енәйәт эше асыу йәшендә булғас, енәйәт өсөн закон алдында яуап бирәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға