«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билдәһеҙ хайуан ҡалдыҡтары табыла



16.05.2013 Билдәһеҙ хайуан ҡалдыҡтары табыла

Билдәһеҙ хайуан ҡалдыҡтары табыла Кисә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идараһының 3-сө полиция бүлегенә «Башҡортостан сәскәләре» ҡасабаһы халҡынан билдәһеҙ хайуан ҡалдыҡтары табыуҙары тураһында ғариза ҡабул ителә.
Оператив хеҙмәткәрҙәр ваҡиға урынында эсендә төлкө емтектәре булған пакеттар таба. Хайуан ҡалдыҡтарының ҡышҡыһын уҡ ташланған булыуы мөмкин.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ҡасаба халҡынан һәм уның эргәһендә урынлашҡан һунарсылар стенды персоналынан һорау ала. Тикшереү аҙағында енәйәт эше асыу хәл ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға