«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фильмдар төшөрөргә өйрәнәбеҙ тиһәгеҙ…



15.05.2013 Фильмдар төшөрөргә өйрәнәбеҙ тиһәгеҙ…

Фильмдар төшөрөргә өйрәнәбеҙ тиһәгеҙ… 17 майҙа баш ҡалала Булат Йосоповтың кино мәктәбендә режиссура буйынса оҫталыҡ дәрестәре курсы башланасаҡ.
Булат Йосопов – Бөтә Рәсәй кинематография интитуты сығарылыусыһы, РФ Кинематография союзы, РФ Кинорежиссерҙары гильдияһы ағзаһы, «13-се раунд», «Оҙон–оҙаҡ бала саҡ» фильмдарын төшөрөүсеһе булып тора. Проекттың маҡсаты: үҙ идеяларыңды кино сәнғәте ярҙамында тормошҡа ашырыу.
Оҫталыҡ дәрестәре планы:
- сценарий яҙыу,
- режиссерлыҡ проектын яҙыу,
- фильм төшөрөүгә әҙерлек,
- фильм төшөрөү,
- монтаж,
- әҙер фильмды Өфөнөң кинотеатрында күрһәтеү.
Оҫталыҡ дәрестәре Комсомол урамы, 23, 24 – 1 офисында киске сәғәт 7-се яртыла башланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға