«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бейеү флешмобына рәхим итегеҙ!



15.05.2013 Бейеү флешмобына рәхим итегеҙ!

Бейеү флешмобына рәхим итегеҙ! Был шәмбелә киске сәғәт 8-ҙә Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында башҡорт йәштәренең флешмобы үтәсәк. Өсөнсө тапҡыр уҙасаҡ был сара бейеү рәүешендә әҙерләнә. Ойоштороусылар рәүешендә «БашАрт», «БашЛидер», «Е7Е-Медиа», «ДарМан» сығыш яһаясаҡ. Флешмоб ун минут дауам итәсәк, уның өсөн башҡорт йыр-моңдарынан, «ритайым»дан попурри ла яһалған. Сара барышында «Е7Е-Медиа» тарафынан видеоролик әҙерләнеп, «Бәйләнештә» селтәренең башҡортса төркөмдәрендә урынлаштырыласаҡ.
Йәштәрҙе берләштергән, үҙ-ара аралаштырған был сараға әлеге ваҡытта бик ҡыҙыу репетициялар бара. Флешмобта ҡатнашыусылар бейеү хәрәкәттәрен өйрәнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға