«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » М.Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрында премьера!



15.05.2013 М.Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрында премьера!

М.Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрында премьера! 21 майҙа Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрының рус труппаһы тамашасы хөкөмөнә белорус драматургы Диана Балыко пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ҡара ҡанатлы фәрештә» («Белый ангел с черными крыльями») спектаклен тәҡдим итә.
Пьеса беҙҙең замандағы яңғыҙлыҡ проблемаһын күтәрә. Автор тамашасыға ҡурҡыныс диагноз ҡуйылған кешенең кисерештәрен еткерергә тырыша. Пьеса героиняһы Нина яңы тормош башларға ынтыла, әммә яҡын кешеләренең аңламыуынан күңеле өшөй, ул яңғыҙлыҡҡа дусар.
Ҡуйыусы режиссер – Мәсәлим Ҡулбаев,
рәссам – Юлиә Ғиләжева,
музыкаль биҙәүсе – Ришат Сәғитов.
Төп ролдәрҙә Иванна Калмыкова, шулай уҡ Ольга Мусина, Людмила Воротникова, Андрей Ганичев, Салауат Нурисламов, Дмитрий Гусев уйнай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға