«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Силәбе башҡорт балалары һабантуйына әҙерләнә



15.05.2013 Силәбе башҡорт балалары һабантуйына әҙерләнә

Силәбе башҡорт балалары һабантуйына әҙерләнә 2 июндә Силәбе ҡалаһының А. Пушкин исемендәге паркында туғыҙынсы тапҡыр балалар байрамы – һабантуй үтәсәк. Уны Башҡорт халыҡ үҙәге ойоштора. Сарала ҡатнашыу өсөн 25 майға тиклем ғариза тапшырырға кәрәк.
Һабантуй быйыл да үҙенең йолаларынан ситләшмәй, балалар ижади коллективтарының сығыштары, дәртле йыр-моң, батырҙар көрәше, төрлө спорт уйындары, ижади конкурстар үткәреләсәк. Ҡунаҡтарҙы тирмәлә башҡорт аш-һыуы – бишбармаҡ, бауырһаҡ, һурпа һәм башҡа тәмлекәстәр көтә.
Яҙ байрамына рәхим итегеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға