«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт тхэквондосыһы Иван Кортунов - Рәсәй чемпионы!



14.05.2013 Башҡорт тхэквондосыһы Иван Кортунов - Рәсәй чемпионы!

Башҡорт тхэквондосыһы Иван Кортунов - Рәсәй чемпионы! Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында 1996-1998 йылғы юниорҙар араһында тхэквондо буйынса (ВТФ) Рәсәй беренселеге тамамланды. 51 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында унда республикабыҙ спортсыһы Иван Кортунов алтын миҙал яуланы.
Был оло ҡаҙанышҡа тиклем Кортунов биш алышта еңеүсе булған. Уларҙың тәүге икәүһен ул ваҡытынан алда яулаған. Сирекфиналда Липецкиҙан килгән Антон Камынин менән алышып, яҡташыбыҙ турнирҙың һуңғы секундтарында еңеүгә өлгәшә. Ярымфиналда иһә ул еңеүҙе былтырғы Рәсәй чемпионы Роберт Оганесяндан (Көньяҡ Осетия - Алания) тартып ала.
Финал мәлендә иһә Иван Кортунов 20:13 иҫәбе менән әлегесә ваҡытҡа тиклем донъя чемпионы булған Һамар өлкәһе спортсыһы Борис Красновты еңә.
Ярыштар һөҙөмтәһендә И.Кортунов сентябрь айында Португалияла уҙасаҡ Европа беренселегенә һайлап алынды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға