«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Йәйләү» лагеры эшен башланы



14.05.2013 «Йәйләү» лагеры эшен башланы

«Йәйләү» лагеры эшен башланы Өфөнөң «Салют» балалар шифаханаһында республиканың төрлө ҡала-райондарынан килгән балалар өсөн махсус «Йәйләү» лагеры ойошторолдо. Билдәле булыуынса, балаларҙың ялы бында яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның халыҡ этнопедагогикаһына һәм йолаларына нигеҙләнгән программаһына ярашлы ун биш йыл дауамында ойошторола килә. Ошо ваҡыт эсендә «Йәйләү» башҡорт балаларының яратып ял иткән урынына әйләнде, ата-әсәләр тарафынан да яҡшы баһа алды.
Йәйгеһен бер генә тапҡыр ойошторолған «Йәйләү»ҙе БР Мәғариф министрлығы уҡыу йылы миҙгелендә лә һынау рәүешендә үткәрергә теләп, «Салют» балалар шифаханаһына мөрәжәғәт итте. Учреждение еткәселеге тәҡдимде хуплап ҡаршы алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға