«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт дәүләт академия драма театрында – премьера!



14.05.2013 Башҡорт дәүләт академия драма театрында – премьера!

Башҡорт дәүләт академия драма театрында – премьера! 15 һәм 22 май көндәрендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залында Валентин Красногоровтың пьесаһы буйынса әҙерләнгән «Аяуһыҙ һабаҡ» («EXPERIMENT») спектакленең премьераһы үтәсәк. Режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссам – Альберт Нестеров, музыкаль яҡтан биҙәүсе – Илшат яхин, урыҫ теленән башҡортсаға Луиза Айытбаева тәржемәһе.
В. Красногоровтың был драмаһы ҡанһыҙлыҡтың социаль һәм психологик тамырҙары, кешелеклелек сифаттары хаҡында. Пьесаның нигеҙен ваҡытында халыҡ араһында ҙур шаңдау тыуҙырған психологик эксперимент тәшкил итә: ике студент профессор ҡулы аҫтында фәнни маҡсатта бер ҡатынды язалай. Бөгөн, кешелеклелек һәм бер-береңә хөрмәт менән ҡарай белеү кеүек сифаттар ҡатмарлашҡан осорҙа, был тема мөһим ауаз ала.
Спектаклдә Профессор ролен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ирек Булатов уйнаһа, Тимур – Урал Әминев һәм Артур Кәбиров, Лилиә - Лилиә Ғәлина һәм Зилиә Хәлилова, Рената ролендә - Ирада Фазлаева менән Айһылыу Йомағолова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға