«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билдәле йыһангирҙәр Өфөлә



14.05.2013 Билдәле йыһангирҙәр Өфөлә

Билдәле йыһангирҙәр Өфөлә Баш ҡалала бөгөндән «Гагарин көндәре» балалар һәм үҫмерҙәр фестивале башланды. Уның сиктәрендә беҙгә ҡунаҡҡа Советтар союзының данлыҡлы космонавтары Владимир Коваленок, Виктор Горбатко, Анатолий Филипченко, Александр Иванченков һәм Игорь Волк килде. Уларға Рәсәйҙең халыҡ артисы Иосиф Кобзон та ҡушыласаҡ.
Бөгөн иртәнге сәғәт 10-да делегация Өфө дәүләт авиация университетының 9-сы корпусы янында урынлашҡан Ю.Гагарин бюсына сәскәләр һалды. Унан һуң Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының Почетлы ҡарауыл ротаһына ҡараған байраҡ төркөмөнә Еңеү байрағын тапшырыу тантанаһы буласаҡ.
Сәғәт 11-ҙә ҡунаҡтар ҡала мәктәптәренә бара. Унда улар Гагарин кубогына уҡыусылар араһында үткәрелгән республика олимпиадаһында еңеүселәрҙе тәбрикләйәсәк. Төшкө сәғәт 2-лә йыһангирҙәр Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һаласаҡ, артабан улар Республика Хәрби дан музейында ветерандарҙы «Рәсәй көсө - Хәрби – һауа көстәренә 100 йыл» орденының миҙалы менән наградлаясаҡ.
Иртәгә ҡунаҡтар гимназияларҙа һәм Эске эштәр министрлығының институтында буласаҡ, ә шаршамбыла ҡаланың үҙәк урамдары буйлап Еңеү байрағын күрһәтеүҙә ҡатнашасаҡ.
«Гагарин көндәре»н үткәреү идеяһын ике мәртәбә Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың осоусы – космонавты, авиацияның генерал–полковнигы, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок инициативаһы менән БР Президенты һәм Хөкүмәте, «Роскосмос» федераль йыһан агентлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте хуплаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға