«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баскетбол һөйөүселәр иғтибарына!



13.05.2013 Баскетбол һөйөүселәр иғтибарына!

Баскетбол һөйөүселәр иғтибарына! Киләһе йәкшәмбелә Өфөлә урам баскетболы буйынса ҡала кубогына ярыш үтәсәк. Унда 14 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашасаҡ. Был турнир Рәсәк кубогы өсөн ярыштың төбәк этабына инә, ир-егеттәр категорияһында уны еңеүсе команда Рәсәй кубогы финалында уйнау хоҡуғын аласаҡ.
Ярышта ҡатнашыу өсөн дүрт кешенән торған команда төҙөргә, уға исем уйларға һәм ufabasket.ru счайтында теркәлергә кәрәк. Турнир «Ҡашкаҙан» паркында буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға