«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БР Һыу туризмы федерацияһының асыҡ кубогына ярыштар үтте



13.05.2013 БР Һыу туризмы федерацияһының асыҡ кубогына ярыштар үтте

БР Һыу туризмы федерацияһының асыҡ кубогына ярыштар үтте 9 майҙан 11 майға тиклем Белорет районында Кесе Инйәр йылғаһының «Айғыр» тупһаһында БР Һыу туризмы федерацияһының асыҡ кубогына ярыштар үтте. Унда туризмдың һыу төрҙәре менән шөғөлләнгән республика һәм Һамар өлкәһе клубтары ҡатнашты. Спортсылар ике һәм дүрт урынлы катамарандарҙа, каяктарҙа махсус дистанцияла ун биш ҡапҡа аша үтте.
28 - се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Ренат Шафиҡов каякта иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Икенсе урынды «Дәрүиш» турклубынан Александр Оранский яуланы.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ике урынлы катамарандарҙа беренсене «Бригантина ПП», икенсене 28 - се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, өсөнсөнө Һамар өлкәһе спортсылары алды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында дүрт урынлы катамарандарҙа I урынды - Һамар өлкәһе вәкилдәре, II урынды - «Бригантина ПП», III урынды 28 - се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе яуланы.
Ир – егеттәр араһында ике урынлы катамарандарҙа беренсе-өсөнсө урындарҙы 28 - се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Һамар өлкәһе, Дәрүиш» турклубы алды. Дүрт урынлы катамарандарҙа 28 - се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе беренселә, Һамар өлкәһе икенселә булһа, «Бригантина ПП» иһә өсөнсө урынды биләне.
Командалы ярышта алтын миҙалды - 28 - се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, көмөш миҙалды «Бригантина ПП» бронзаны Һамар өлкәһе спортсылары алды.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды 28 - се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, икенсене - Һамар өлкәһе, өсөнсө урынды «Бригантина ПП» турклубы биләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға