«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар тимер юлы эшләй башланы



13.05.2013 Балалар тимер юлы эшләй башланы

Балалар тимер юлы эшләй башланы Өфөләге Иван Якутов исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркындағы балалар тимер юлы эшләй башланы. Махсус рәүештә эшләнгән «ТУ - 10» тепловозы тар колеялы тимер юлдан ике пассажир вагонын йөрөтә. Мәскәү – Санкт-Петербург араһында йөрөгән экспресҡа оҡшаған был составты баш ҡала халҡы «Сапсанчик» тип йөрөтә. Тимер юл ике километрға һуҙылған, ике туҡталыу урыны – «Йәшлек» һәм «Күл буйы» станциялары бар. Поезд тепловоз тартымы аҫтында йөрөй. Электр тартымы хәүеф тыуҙырыу сәбәпле, бында ҡулланылмай.
Парктың бик популяр был аттракционында былтыр 92 йәш тимер юлсы практика үткән һәм 22 меңдән ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндергән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға