«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был шәмбелә авиация-техник фестивале үтәсәк



13.05.2013 Был шәмбелә авиация-техник фестивале үтәсәк

Был шәмбелә авиация-техник фестивале үтәсәк 17 майҙа Өфөлә «Авиация-техник комплекс һәм кесе авиация - Рәсәйҙең инновациялы үҫеше нигеҙендә» тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-техник конференцияһы үтәсәк.
Ә иртәгеһенә, 18 майҙа, Өфө районының Кириллов ауыл биләмәһендәге Тыуыш аэродромында «Яҙғы адреналин: Һауаға күтәрелеү нөктәһе – Тыуыш» авиация-техник фестивале ойоштороласаҡ. Был ҡыҙыҡлы байрамда тамашасыларға авиация һәм спорттың техник төрҙәре тәҡдим ителә.
Тәүге өлөштә:
• Як - 52, Як - 18А, Цессна, Ан - 2 самолеттарында осоу;
• R - 44, Ка - 26, Ми - 2 вертолеттарында осоу;
• Парашютсы, параплансыларҙың күрһәтмә һикереүҙәре;
• Дельталетта осоу;
• Авиамоделселәрҙең күрһәтмә сығыштары.

Икенсе өлөштә:
• Юлһыҙ ерҙән йөрөгән автомобилдәр өсөн АвтоТрофи рейды;
• Юлһыҙ урындарҙан велосипедсыларҙың ярышы (даунхилл элементтары менән);
• BMX һәм MTB велосипедтарында Вело фристайл;
• Monster, Buggy кластарында радио менән идара ителгән автомобилдәр уҙышы;
• Радио менән идара ителгән самолеттарҙа 3D пилотаж, пилонлы уҙыш.
Тамашасылар һәм ҡатнашыусылар өсөн аҙыҡ-түлек, сувенир продукцияһы менән сауҙа, спорт инвентары прокаты ойоштороласаҡ. Шулай уҡ радио менән идара ителгән моделдәр менән мастер-кластар, автомобилдәргә тест-драйв, махсус техника күргәҙмәһе, квадроциклдар прокаты, дельталетта һәм һауа шарында осоу ҙа буласаҡ.
Сараның рәсми сайты www.takeoffpoint.ru,
«Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмө vk.com/clubtakeoffpoint







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға