«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡындарығыҙҙы эҙләп табырға мөмкин



09.05.2013 Яҡындарығыҙҙы эҙләп табырға мөмкин

Яҡындарығыҙҙы эҙләп табырға мөмкин Тыуған тупрағыбыҙҙы һаҡлап йәндәрен аямаған яугирҙар, үҙ яртыһына тоғро ҡалып, уларҙы ғүмер буйы көткән инәй-өләсәйҙәребеҙ хөрмәтенә "Юлдаш" радиоһы күләмле акция иғлан итә. Илебеҙгә еңеү килтергән батырҙарҙың исемен тыуған яҡтарына ҡайтарыу маҡсатында ойошторолған сараға барыһы ла ҡушыла ала.
Әгәр ҙә һеҙҙең ғаиләлә ҡайтмай ҡалған һалдат булһа, беҙгә уның тураһында яҙып ебәрегеҙ. Радио хәбәрселәре уның һуңғы төйәген табыу, тапшырылмай ҡалған наградаларын юллау, яу юлын тергеҙеү эштәрендә ярҙам күрһәтергә әҙер.
Хаттарҙы почта аша һәм ошонда ебәрергә була: http://uldashfm.ru/guest_book, белешмәләр өсөн телефон 251-74-88. Акция тураһында мәғлүмәт «Иртәнге сәфәр» һәм «Аулаҡ» тапшырыуҙарында даими яңғырап торасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға