«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн Өфөлә ниндәй байрам саралары көтөлә?



09.05.2013 Бөгөн Өфөлә ниндәй байрам саралары көтөлә?

Бөгөн Өфөлә ниндәй байрам саралары көтөлә? 10:00
Ленин исемендәге паркта Матросов һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы
10:00 - 14:00
Пушкин, Совет, Зәки Вәлиди, Аксаков урамдары буйлап еңел атлеттарҙың эстафетаһы. Был мәлдә урамдар буйлап транспорт йөрөмәйәсәк.
10:00
Ҡала Советы алдындағы майҙанда йүгереү
10:30
Ленин исемендәге паркта Бөйөк Еңеүгә арналған байрам концерты
10:30
Ленин исемендәге паркта милли көрәш буйынса турнир
11:00
Нуғай ауылы паркында «Азат ителгән донъя онотмай» исемле байрам программаһы
11:00
Көньяҡ зыяратта Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары обелискыһына сәскәләр һалыу
11:00
Еңеү паркында Башҡортостан етәкселеге ҡатнашлығында сәскәләр һалыу тантанаһы
11:30
Якутов паркында ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе
12:00
«Беренсе май» ял һәм мәҙәниәт паркында «Бер һеҙҙе хәтерләйбеҙ» исемле тантаналы митинг
12:00
БР Йәштәр драма театры алдындағы майҙанда ижади коллективтарҙың сығышы, байрам программаһы
12:00
«Башҡортостан» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда байрам программаһы
12:00
«Тулҡын» скверы алдындағы майҙанда «9 май – Еңеү көнө!» исемле тантана
12:00
Якутов паркында «Күҙ йәштәре менән бергә Еңеү көнө» исеме аҫтында театраллаштырылған реконструкция
12:30
Дим районының ял һәм мәҙәниәт паркында «Ҡартатайҙарҙың васыяты буйынса» исемле тамаша
13:00
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда «Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап» исемле байрам тамашаһы
14:00
«Ҡашкаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркында «Еңеү яҙы» байрам программаһы
14:00
«Тылсымлы донъя» паркында «Еңеү салюты» байрам программаһы
18:00
БР Йәштәр драма театры алдындағы майҙанда һуғыш йылдарының йырҙарын башҡарыу
21:30 - 00:30
«Дәүләт циркы» туҡталышынан «Беренсе гимназия-интернат» (элекке «Йүрүҙән») туҡталышына тиклем Октябрь проспекты ябыласаҡ
23:00
Ҡала Советы алдындағы майҙанда байрам салюты
00:00
Йәмәғәт транспортының йөрөүҙән туҡтау ваҡыты







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға