«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәйриә КВН-ы уҙасаҡ



08.05.2013 Хәйриә КВН-ы уҙасаҡ

Хәйриә КВН-ы уҙасаҡ 15 майҙа Өфөлә Революцион урамы, 169 адресы буйынса киске сәғәт 5-тә баш ҡала командалары ҡатнашлығында хәйриә КВН-ы үтәсәк. Унан йыйылған аҡса Алеша Абоимовты дауалауға китәсәк. Был малайға 9 йәш, февраль айында уның лейкоз менән ауырығаны асыҡлана. Әлеге ваҡытта Алешаның туғандары Израилдә дауаланыу курсын үтергә аҡса йыя.
Шаршамбыла уҙасаҡ КВН тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмде ҡарарға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға