«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Браконьерҙар язаһын аласаҡ



07.05.2013 Браконьерҙар язаһын аласаҡ

Браконьерҙар язаһын аласаҡ 1 майҙан Башҡортостанда «Ыуылдырыҡ» операцияһы башланды. Унда полицияның бар хеҙмәттәре, шул иҫәптән махсус тәғәйенештәге авиация отряды, балыҡсылыҡ буйынса Федераль агентлылыҡтың Урта Волга биләмә идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша.
3 майҙа полиция хеҙмәткәрҙәре «Ка - 226» вертолеты менән республиканың Өфө - Өфө районы – Благовещен – Бөрө - Кушнаренко – Дүртөйлө райондары маршруты буйынса патруль ойошторҙо. Һөҙөмтәлә Бөрө районының Калинники ауылы янында Ағиҙел йылғаһының иҫке үҙәнендә 210 метр оҙонлоғондағы ау ташлаған кешеләр асыҡланды. Благовещен районының Удельный-Дуваней ауылы янында Өфөнән килгән браконьер тотолдо. Ул 10 метрлыҡ ау һәм ике резина кәмә менән 5 килограмдан ашыу балыҡ тотҡан. Бөрө районындағы Берҡаҙы күлендә 7 килограмдан ашыу ыуылдырыҡ сәскән балыҡ тотҡан Әшә ҡалаһы кешеләре ҡулға алынды. Әлеге ваҡытта был факттар буйынса енәйәт эше асыу буйынса әҙерлек бара.
Барлығы 4 резина кәмә, 300 метрҙан ашыу ау һәм 50 килограмдан ашыу балыҡ хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләккән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға