«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Спорт һәм тарих аша быуындар бәйләнеше



07.05.2013 Спорт һәм тарих аша быуындар бәйләнеше

Спорт һәм тарих аша быуындар бәйләнеше 2014 йылда Сочиҙа үтәсәк XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарына Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ла әҙерләнә. Унда «Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы» исемле күргәҙмәне туплау башланды. Экспозицияла СССР тарихында булған ғәйәт ҙур ваҡиға – 1980 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған XXII йәйге Олимпия уйындарының тарихы сағылдырыласаҡ. Ойоштороусылар 30 ноябргә тиклем күргәҙмәгә халыҡтан Олимпия символикаһы булған әйберҙәр – сувенирҙар, открыткалар, плакаттар, миҙалдар, тимер аҡса коллекциялары йыйыуҙы башланы. Бар экспонаттар ҙа аҙаҡтан эйәләренә кире ҡайтарыласаҡ.
Олимпия күргәҙмәһендә Башҡортостан спорты үҫеше, чемпиондар тураһында экспозиция ла булдырыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн (347) 273-50-27 телефоны буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға