«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тальян гармунға 17 майҙа һәйкәл асыласаҡ



07.05.2013 Тальян гармунға 17 майҙа һәйкәл асыласаҡ

Тальян гармунға 17 майҙа һәйкәл асыласаҡ Яңауыл районында тальян гармунға һәйкәл ҡуйыласағы тураһында беҙ хәбәр иткәйнек инде. Был музыкаль инструмент районда бик популяр һәм республика кимәлендәге «Моңға бай гармун байрамы» ла тап Яңауылда үтә. Әйтергә кәрәк, бындай сараны үткәреү идеяһы XX быуаттың 80-се йылдары уртаһында Фәтих Иҡсановтың башына килә. Әлеге ваҡытта тальян байрамында республикабыҙ музыканттары ғына түгел, башҡа төбәктәрҙеке лә әүҙем ҡатнаша.
Һәйкәл ҡала мәҙәни һәм ял паркында ҡуйыласаҡ, бейеклеге 2 метр тирәһе буласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн район бюджетынан 200 мең һум аҡса бүленгән. Ул 17 майҙа тантаналы асыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға