«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Еңеү майы» ресурсы үҙ эшен башланы



06.05.2013 «Еңеү майы» ресурсы үҙ эшен башланы

«Еңеү майы» ресурсы үҙ эшен башланы Рәсәй Оборона Министрлығының рәсми сайтында function.mil.ru/news_page/country/more.htm?id=11734919@egNews «Еңеү майы» мәғлүмәт ресурсы үҙ эшен башланы. Ул Бөйөк Ватан һуғышының аҙаҡҡы этабына – 1945 йылдың апрель-майында фашистик Германияла булған һуңғы хәрби операцияларға, июнь айында Мәскәүҙә үткән Еңеү парадына әҙерлек һәм уның үткәрелеүенә бағышланған. Бының өсөн ресурста бығаса бер ҡасан да күрһәтелмәгән уникаль документтар һәм фотоһүрәттәр урынлаштырылған. Мәҫәлән, тейешле һылтанма буйынса инеп, нисек итеп И.Сталиндың Еңеү парадын үткәрергә хәл иткәнен, Ҡыҙыл майҙан буйлап үтәсәк йыйылма полктарҙың нисек тупланыуын, уларға парад формаһын кемдәр тегеүе, репетицияларҙың ҡайҙа үтеүен белергә мөмкин. Парад мәлендә Мавзолей нигеҙенә ташланған Гитлер штандарттары тураһындағы мәғлүмәт күптәргә ҡыҙыҡлы булыр.
«Еңеү майы» мәғлүмәт ресурсында хәрби парадтар үтәсәк ҡалаларҙың интерактив картаһы ла бирелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға