«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Институт буйынса виртуаль экскурсия



06.05.2013 Институт буйынса виртуаль экскурсия

Институт буйынса виртуаль экскурсия БДУ-ның Сибай институты – Көньяҡ Урал райондары һәм республика өсөн юғары белемле белгестәр әҙерләп сығарыусы уҡыу йорто булып тора. Буласаҡ абитуриенттарҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм башҡаларҙы вуздың тормошо менән ентеклерәк таныштырыу өсөн www.sibsu.ru сайтҡа инергә мөмкин. Унда БДУСИ-ҙың идаралығы, устав документтары, ғилми совет эшен ҡарарға була, факультеттар һәм һөнәрҙәр, уҡырға инеүселәр, студенттар өсөн мәғлүмәт ҡуйылған. Бынан тыш, сайтта институт сығарған «Юлдаш» гәзитен дә уҡырға мөмкин.
Ә был һылтанмаға www.sibsu.ru/media/pano/virtual.php инһәгеҙ, институттың Белов урамы, 21 адресы буйынса урынлашҡан төп корпусы буйлап виртуаль экскурсия яһап буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға