«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һауа фонарҙары менән һаҡ булырға кәрәк



26.04.2013 Һауа фонарҙары менән һаҡ булырға кәрәк

Һауа фонарҙары менән һаҡ булырға кәрәк Статистика мәғлүмәттәре буйынса тап ял көндәрендә янғын осраҡтары арта. Был бәләгә кешеләр күбеһенсә үҙҙәре ғәйепле.
Май байрамдары етә һәм күптәр ошо мәлдә төндә яныусы һауа фонарҙарын осора. Туйҙарҙың, төрлө байрамдарҙың һәм иҫтәлекле ваҡиғаларҙың матур традицияһына әүерелгән был байрам күренеше айырым хәүеф менән дә янай. Фонарҙар осҡандарында электр сымдарына, автомобиль, йорт ҡыйыҡтарына, ҡоро үләнгә ҡуныуы мөмкин. Шуға күрә лә күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн фонарҙарҙы асыҡ урында елһеҙ мәлдә осорорға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға