«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һуғышҡа арналған плакаттар күргәҙмәһе асылды



26.04.2013 Һуғышҡа арналған плакаттар күргәҙмәһе асылды

Һуғышҡа арналған плакаттар күргәҙмәһе асылды БР Милли музейында Бөйөк Еңеүҙең 68 йыллығына арналған «1941 - 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында рәссамдар» исемле күргәҙмә асылды. Унда Виталий Горяев, Леонид Сойфертис, Вениамин Брискин, Виктор Говорков, Виктор Корецкий, Виктор Иванов, Михаил Длугач, Галина Шубина кеүек совет графиктарының ижады күрһәтелгән. Әйтергә кәрәк, плакаттар үҙҙәренең кешеләргә тәҫьир итеүе менән илһөйәрлек, батырлыҡ, дошманға ҡаршы нәфрәт тойғоларын тәрбиәләгән.
Музейҙа шулай уҡ Василий Сыромятников, Евгений Клейменов, Ғабдулла Мостафин, Григорий Круглов, Анатолий Лежнев кеүек рәссамдарҙың да ижады тәҡдим ителгән. Тамашасылар шулай уҡ фалеристика һәм нумизматика коллекцияларын да ҡарай аласаҡ.
Музей дүшәмбенән тыш көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙән киске сәғәт 6-ға тиклем эшләй. Шәмбе - йәкшәмбелә - сәғәт берҙән алып киске сәғәт туғыҙға тиклем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға