«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Социаль-экология акцияһына старт биреләсәк



26.04.2013 Социаль-экология акцияһына старт биреләсәк

Социаль-экология акцияһына старт биреләсәк 27 апрелдә «Минең республика» исеме аҫтында республика йәштәренең социаль-экология акцияһының I этабы үтәсәк. Ул Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына бағышлана. Унда юғары һәм урта белем биреү учреждениеларының 400-ҙән ашыу студенты ҡатнашасаҡ. Акция барышында Салауат Юлаев һәйкәленән алып автомобиль күперенә тиклем Ағиҙел буйы таҙартыласаҡ.
Сара иртәнге сәғәт ун беренсе яртыла Конгресс-холл янындағы вертолет майҙансығынан башланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға