«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тирә-яғыбыҙҙы таҙараҡ итәйек!



26.04.2013 Тирә-яғыбыҙҙы таҙараҡ итәйек!

Тирә-яғыбыҙҙы таҙараҡ итәйек! Иртәгә икенсегә эшкәртелә торған сүп-сар йыйыу буйынса «Субботка-Переработка» экология акцияһы үткәрелә. Уны ЭКА хәрәкәте ойоштора, был көндө макулатура, полиэтилен, пластик, алюминий тапшырырға мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы терегөмөшлө лампалар һәм термометрҙар йыясаҡ.
Акция иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө сәғәт 1-гә тиклем дауам итәсәк. Тапшырырға теләгән сүп-сарҙы Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 14/1 һәм Степан Кувыкин урамы, 102 адрестары буйынса алып килергә мөмкин.
Бөтә һорауҙар менән «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдиноваға 8-987-25-27-428 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға