«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Боҙолған лампаларҙы ташламағыҙ



26.04.2013 Боҙолған лампаларҙы ташламағыҙ

Боҙолған лампаларҙы ташламағыҙ Белорет ҡалаһында «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы халыҡтан люминесцент лампалар һәм эсендә терегөмөш булған әйберҙәрҙе йыйыу акцияһы уҙғарҙы. Махсус экомобилгә кешеләр 1400 терегөмөшлө лампа, шул иҫәптән 61 энергияны аҙ исрафлаған лампа һәм 20 термометр алып килде. Был хәүефле әйберҙәр артабан Стәрлетамаҡта урынлашҡан утилләштереү пунктына оҙатылды.
«Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы бындай акцияларҙы йыш уҙғара. Шуға күрә сафтан сыҡҡан йәки иҫкергән люминесцент, энергияны аҙ исрафлаған һәм терегөмөш-дуғалы лампаларҙы, термометрҙарҙы ташламағыҙ. Сайттағы иғландарҙы йышыраҡ ҡарағыҙ, экомобилдең ҡайҙа юлланасағы тураһындағы мәғлүмәт яңылыҡтарҙа биреләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға