«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Архангел районында «һабын операһы»



25.04.2013 Архангел районында «һабын операһы»

Архангел районында «һабын операһы» Заманында Бразилияла, хәҙер инде үҙебеҙҙә төшөрөлгән «һабын операһы» сериалдарын ысынбарлыҡ тормошта ла күҙәтергә мөмкин. Архангел районында йәшәүсе ҡатын урындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә һәм ата-әсәһе йортонан умарталар һәм картуф урлаған үҙенең элекке еҙнәһенә ҡаршы ғариза яҙа.
Шуныһы асыҡлана; 55 йәшлек ир заманында ғариза биреүсе ҡатындың апайына өйләнеп, уның ата-әсәһендә йәшәгән. Улар мәрхүм булғас, йорт апай туғандарға мираҫҡа күсә.
Быйыл февралдә йортта йәшәүсе ир менән ҡатын айырылыша. Ләкин улар рәсми рәүештә мөлкәтте бүлмәй. Ир кеше айырылышыуға тиклем тупланған мөлкәтте уртаға бүлергә теләй һәм йорттоң да бер өлөшөнә дәғүәһен белдерә. Унан һуң ул үҙе яһаған 24 умартаның ун икеһен һәм картуфтың бер өлөшөн үҙенә ала.
Әле полиция бүлегендә был факт буйынса тикшереү уҙғарыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға