«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҙғы автоуҙыш үтәсәк



25.04.2013 Яҙғы автоуҙыш үтәсәк

Яҙғы автоуҙыш үтәсәк 25–28 апрелдә З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары буйлап яҙғы автоуҙыш ойоштора. Сараның маҡсаты – башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыу. Автоуҙыш барышында «Китап» хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ һәм Бөрйән райондарына юлланасаҡ. Унда халыҡҡа нәшриәттә сыҡҡан төрлө китаптар тәҡдим ителәсәк, мәҫәлән: билдәле балетмейстр Фәйзи Ғәскәров хаҡында, балалар өсөн «Күмәс өй» китабы, хужабикәләр өсөн «Традицион һәм заманса башҡорт аш-һыуы» һәм башҡалар.
Күргәҙмә 25 апрелдә иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт 6-ға тиклем Иҫке Собханғол баҙарында, ә 26 апрелдә иһә район мәҙәниәт йортоноң фойеһында эшләйәсәк.
Баймаҡта күргәҙмә 27 апрелдә «Баймаҡ» сауҙа-сервис комплексында, 28 апрелдә йәкшәмбе баҙарында ойоштороласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға