«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бизнес-ликбез үткәреләсәк



23.04.2013 Бизнес-ликбез үткәреләсәк

Бизнес-ликбез үткәреләсәк 22 апрелдән 26 апрелгә тиклем инвалидтар менән бизнес-ликбез үткәреләсәк. Бер аҙна дауамында бизнес дисциплиналары уҡытыусылары, һалым инспекцияһы, пенсия фонды, халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ уңышлы эшҡыуарҙар үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы менән осрашыу үткәреләсәк. Ликбез тыңлаусыларына үҙҙәренең бизнес-идеялары менән авторитетлы комиссия алдында сығыш яһау мөмкинлеге лә биреләсәк.
Был пилот проектын Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе һәм Өфө ҡалаһының Совет районы эшҡыуарҙарының берекмәһе үткәрә. Бизнес-ликбездың маҡсаты булып, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә үҙҙәренең эшен асыуға ярҙам итеү тора.
Барлыҡҡа килгән һорауҙар менән Өфө ҡалаһының Совет районы эшҡыуарҙарының берекмәһенең башҡарма директоры Ольга Мырҙағоловаға 89872574085 телефонынан мөрәжәғәт итергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға