«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Батырҙың һәйкәле – лидер!



23.04.2013 Батырҙың һәйкәле – лидер!

 Батырҙың һәйкәле – лидер! «Рәсәй 10» интернет-проектында тауыш биреүҙә Волга буйы федераль округында әлеге ваҡытта 98 меңдән ашыу һөҙөмтә менән Салауат Юлаев һәйкәле беренсе урында килә. Икенселә 97 мең тауыш йыйған Стәрлетамаҡ шихандары урынлашты. Ә өсөнсөлә иһә Иднакар музей-ҡурсаулығы – уға 68 меңгә яҡын тауыш бирелгән.
Батырҙың һәйкәленә һәм шихандарға тауыштарҙы йәлләмәйек, дуҫтар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға