«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Штрафтарҙы онлайнда тикшерергә мөмкин



23.04.2013 Штрафтарҙы онлайнда тикшерергә мөмкин

Штрафтарҙы онлайнда тикшерергә мөмкин Дәүләт автоинспекцияһы сайтында юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙы белеү өсөн онлайн-сервис булдырылды. Автоһөйөүселәр уның менән бөтә Рәсәй биләмәһендә файҙалана ала. Штрафтарҙы белеү өсөн бирелгән формала автомобилдең һәм уны теркәү таныҡлығының номерын яҙырға кәрәк. Шуныһын әйтергә кәрәк, сайтта административ яуаплылыҡҡа тарттырылған шәхестең персональ мәғлүмәте күрһәтелмәй. Система аша фәҡәт мәғлүмәт бирелгән автомобилгә ҡағылышлы штрафтарҙы асыҡлап була. Был сервис штрафтарҙы интернет селтәре һәм пластик карталар аша түләргә лә мөмкинлек бирәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға