«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баҡсаларға автобустар йөрөйәсәк



23.04.2013 Баҡсаларға автобустар йөрөйәсәк

Баҡсаларға автобустар йөрөйәсәк 1 майҙан «Башавтотранс» автобустары баҡсалар йүнәлешендә 33 маршрут буйынса йөрөй башлаясаҡ. Төньяҡ автовокзалдан Федоровка, Ҡарашиҙе һәм Тикәй ауылдарына тиклем бәйләнеш буласаҡ. Көньяҡ автовокзалдан автобустар Йәнғалыш, «Шемәк» совхозына, Ҡомлокүлгә, Муса ауылдары йүнәлешендә йөрөйәсәк. Ял көндәрендә иһә «Факел» баҡсаһына, Бачурин, Первушин, Йоматау, Урман аҡланы һәм башҡа Өфө янындағы дача ҡасабаларына маршруттар буласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн «Башавтотранс»тың «ҡыҙыу линия»һына, 8-800-347-11-01 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға