«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әгәр ҙә тауышың матур булһа…



22.04.2013 Әгәр ҙә тауышың матур булһа…

Әгәр ҙә тауышың матур булһа… 10–11 июндә Ҡала мәҙәниәт һарайында «Аҡ һыуһар» VII Төбәк-ара эстрада йырҙары конкурсы үтә. Йыр байрамын Өфө ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы һәм Ҡала мәҙәниәт һарайы үткәрә. Вокалсыларҙы сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, телевидение хеҙмәткәрҙәренән торған абруйлы жюри баһалаясаҡ.
Еңеүселәрҙе төрлө иҫтәлекле бүләктәр көтә. Конкурстың гала-концерты 12 июнь В.Ленин исемендәге майҙанда үтәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта бирелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға