«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Борам бәйләнеше үҙ эшен башлаясаҡ



22.04.2013 Борам бәйләнеше үҙ эшен башлаясаҡ

Борам бәйләнеше үҙ эшен башлаясаҡ 27 апрелдән баш ҡалала борамдар эшләй башлаясаҡ. Пассажирҙарҙы һәм транспорт сараларын йөрөтөү улар ярҙамында башҡарыласаҡ. Борамдар һәр береһе 8 автомобилде икенсе ярға алып сыға ала, билет хаҡы 15 һум буласаҡ.
«Сипайлово» һәм «Дудкино» борам бәйләнеше иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 10-ға, «ДОК» һәм «Трамплин» иртәнге сәғәт 7-нән киске сәғәт 11-гә тиклем, «Чесноковка» менән «Козарез»да - иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске сәғәт туғыҙға тиклем эшләйәсәк. «ДОК» борамында автомобиль транспортын ташыу яҙғы ташҡындан һуң башҡарыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға