«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәрхәмәтлек концертына килегеҙ



17.04.2013 Мәрхәмәтлек концертына килегеҙ

 Мәрхәмәтлек концертына килегеҙ 18 апрелдә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында киске сәғәт етелә «Тамыр» телеканалының мәрхәмәтлек концерты уҙасаҡ. Телеканал директоры Гөлназ Ҡолһарина хәбәр итеүенсә, саранан килгән аҡса Баймаҡ районынан Батыр Масҡаровты дауалауға китәсәк. Ул церебраль фалиж менән яфалана. Батырға Трускавец ҡалаһындағы Халыҡ-ара клиникала реабилитация курсы үтергә кәрәк.
Тамаша бик мауыҡтырғыс булмаҡсы: ҡатнашыусылар Биштәр тауына йырлы-моңло сәфәргә сығасаҡ. Концертта Роберт Юлдашев, Раил Өмөтбаев, Руслан Фархшатов, Илшат Абдуллин, балалар ансамблдәре һәм башҡалар ҡатнаша. Шулай уҡ йәш тамашасыны күңелле уйындар, тәмлекәстәр һәм бүләктәр көтә.
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефондар: 272–34–33, 273–19–47







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға