«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Авиация һөйөүселәр споттингыға йыйыласаҡ



15.04.2013 Авиация һөйөүселәр споттингыға йыйыласаҡ

Авиация һөйөүселәр споттингыға йыйыласаҡ Иртәгә «Өфө» аэропорты тарихында тәүге рәсми споттинг уҙасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – был сарала авиация һөйөүселәр осоу яланына сығып, пассажир самолеттарынын яҡындан осоп китеүен йәки ултырыуын фотоға йәки видеоға төшөрәсәк.
Споттингыға һәр кем бара алмай – бының өсөн махсус рәүештә теркәлергә һәм айырым ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.
Был ҡыҙыҡлы сара тураһында фотоһүрәтләмә сайтта һәм гәзиттең киләһе һандарында тәҡдим ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға