«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «1000 велосипедсы көнө» үтәсәк



12.04.2013 «1000 велосипедсы көнө» үтәсәк

«1000 велосипедсы көнө» үтәсәк 19 майҙа «ВелоӨфө» порталы Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә «1000 велосипедсы көнө» исемле ҙур сара уҙғарасаҡ. Ул Халыҡ-ара велосипедсы көнөнә арнала.
Фестиваль өсөнсө йыл рәттән үткәрелә һәм республикала велосипедсылар хәрәкәтен, физик күльтура һәм спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ә быйыл байрам Ленин исемендәге майҙандан (Ҡала советы) Конгресс-холл янындағы спорт майҙансығына тиклем күмәк кеше ҡатнашлығында күрһәтмә велоуҙыш менән асыласаҡ. Унда стрит BMX, триал, даунхилл, фигуралы йөрөтөү, тиҙлеккә уҙыш һымаҡ дисциплиналарҙа күрһәтмә сығыштар һәм ярыштар буласаҡ. Был көндө шулай уҡ конкурстар, уйындар ҙа ойоштороласаҡ.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн айырым физик әҙерлек талап ителмәй, унда бөтәһе лә килә ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға