«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Спорт һарайына виртуаль экскурсия яһағыҙ



12.04.2013 Спорт һарайына виртуаль экскурсия яһағыҙ

Спорт һарайына виртуаль экскурсия яһағыҙ Кисә беҙ «Салауат Юлаев» хоккей клубының сайты яңырыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Унда яңы бүлектәр барлыҡҡа килде, көйәрмәндәр менән аралашыуға, кире бәйләнешкә унда хәҙер ҙур иғтибар бүленә.
Сайтта шулай уҡ Өфөләге яңыртылған Спорт һарайы буйлап виртуаль экскурсия яһарға ла мөмкин. Бының өсөн «Клуб инфраструктураһы» бүлеген һайларға һәм уң яҡта бирелгән исемлек аша һайларға кәрәк. Өс үлсәмле панорама форматында тәҡдим ителгән экскурсия Спорт һарайы янындағы майҙандан башлана. Унда махсус уҡҡа-күрһәткескә баҫып, бинаның холлына килеп инәһегеҙ. Артабан ҡалған бүлмәләргә үтергә мөмкин. Һарай интерьерын яҡындан йәки алыҫайтып ҡарарға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға