«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш ҡала тормошон веб - камераларҙан күҙәтегеҙ



12.04.2013 Баш ҡала тормошон веб - камераларҙан күҙәтегеҙ

Баш ҡала тормошон веб - камераларҙан күҙәтегеҙ Һуңғы йылдарҙа компьютер техникаһы, интернет селтәре күҙ эйәрмәҫлек тиҙлек менән үҫешә. Яңынан-яңы проекттар тормошҡа ашырыла, мөмкинлектәр ҙурая. Нимәһе ҡыҙыҡ – технологияларҙы глобаль масштабта ҡулланып була. Ағымлы видео тапшырыу донъяның күп урынында – данлыҡлы һәйкәлдәр, тәбиғәт ҡомартҡылары, ҙур ҡалаларында вебкамералар ҡуйып, унан шул объекттың хәлен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, Эйфель башняһынан Париж ҡалаһын йәки зообаҡсалағы гепард балаларының көндәлек тормошон ҡарарға, виртуаль экскурсиялар яһарға була.
Беҙҙең Өфө ҡалаһының ҡайһы бер нөктәләрендә лә вебкамералар урынлаштырылған. Урамдар киҫелеше, майҙандар, күперҙәр аша үткән транспорт ағымын, ҡала тормошон реаль ваҡытта күҙәтеү өсөн ошо сайтҡа инергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға