«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеү көнө алдынан



11.04.2013 Бөйөк Еңеү көнө алдынан

Бөйөк Еңеү көнө алдынан Иртәгә Өфөлә бар теләүселәргә Георгий таҫмалары таратыласаҡ. Был сара 12 апрель - Йәштәрҙең төбәк хәрәкәтен ойоштороу көнө айҡанлы үткәрелә. «Йәштәр республиканы үҫтерергә тейеш!» акцияһын «Өфө» универмагы алдында уҙғарыу ҡаралған. Уның барышында йәштәр Георгий таҫмаһын һүрәтләп, дүрт таҫма яһап теҙеләсәк, артабан улар ҡала халҡына ике төҫтә биҙәлгән һауа шарҙары таратасаҡ.
Йәштәрҙең төбәк хәрәкәте 2007 йылда ойошторолған. Байрамда балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларының әүҙемдәре йыйыласаҡ.
Сара көндөҙгө сәғәт дүрттә башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға