«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Экологик аң көнө» исемле масштаблы проекты старт аласаҡ



10.04.2013 «Экологик аң көнө» исемле масштаблы проекты старт аласаҡ

«Экологик аң көнө» исемле масштаблы проекты старт аласаҡ Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған был проектҡа ярашлы, 15 апрелдән 20 апрелгә тиклем республиканың белем биреү учреждениеларында экологик дәрестәр һәм практик эштәр үткәреләсәк.
Экология мәҙәниәте дөйөм кешелек мәҙәниәте, уны үҫеп килгән быуында формалаштырыу тәү сиратта үтәй торған бурыс һанала. Был сара шуны үтәй һәм мәктәп йәшендәге балаларға арнала.
Дәрес сценарийҙарын һәм күргәҙмә материалдарҙы БР Экология министрлығының сайтында һәм БР-ҙың ЭкоПорталында табып була. Практик өлөшкә ағас ултыртыу, экологик өмәләрҙә ҡатнашыуҙы индерергә мөмкин.
Әле был сарала ҡатнашырға республиканың 41 район һәм ҡалаһының 365 мәктәбе теләк белдергән. Проектҡа йәмғеһе 26 меңдән ашыу уҡыусы йәлеп ителәсәк.
«Экологик аң көнө»ндә ҡатнашыу өсөн 12 апрелгә тиклем ecorb@mail.ru электрон адресына заявка ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон (347) 272-36-85.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға