«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юғалған үҫмер табылды



10.04.2013 Юғалған үҫмер табылды

Юғалған үҫмер табылды Кисә беҙ Өфөлә 13 йәшлек Әлмир Дергуновтың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бәхеткә күрә, үҫмер имен-һау табылды.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эҙләү барышында малай булырға мөмкин адрестарҙы туплап, шулар буйлап тикшереү үткәрҙе. Әлмир Нижегородка биҫтәһендә, үҙенең таныштарында табыла.
Әлеге ваҡытта бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар унан һорау алды. Баҡтиһәң, үҫмер Миәкә районында йәшәгән атаһы менән бергә булырға теләгән. Шул уҡ ваҡытта Әлмирҙең ғаиләһенә хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә бер ниндәй ҙә иҫкәрмә яһалмаған була. Тикшереү дауам итә, уның аҙағында тейешле процессуаль хәл ҡабул ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға