«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Наркоманияны профилактикалау буйынса иң яҡшы программаға конкурс иғлан ителде



09.04.2013 Наркоманияны профилактикалау буйынса иң яҡшы программаға конкурс иғлан ителде

Наркоманияны профилактикалау буйынса иң яҡшы программаға конкурс иғлан ителде РФ Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә дәүләткә ҡарамаған учреждениелар араһында наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү тормошон формалаштырыу буйынса иң яҡшы программаға йыл да уҙғарыла торған конкурс үткәрә.
Конкурс материалдарын ҡағыҙ йәки электрон варианта БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына (адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, телефоны (347) 251-57-19) 30 апрелгә тиклем тапшырырға кәрәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу һәм конкурс шарттары менән танышыу өсөн РФ Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы менән БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайттарын ҡарарға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға